

Бөтә Рәсәй призывниктар көнө 1992 йылдан алып йыл һайын 15 ноябрҙә билдәләнә. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу законы буйынса хеҙмәт итергә тейешле 18-27 йәшлек граждан призывник тип иҫәпләнә.
Призывникка кәрәкле бөтә мәғлүмәттәр 1998 йылдың 28 мартындағы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы Федераль законда яҙылған. Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырыу йылына ике тапҡыр уҙғарыла – 1 апрелдән 15 июлгә тиклем һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем. Призывниктар медицина тикшереүе үтергә, һуңынан саҡырыу комиссияһы ултырышына килергә тейеш. Белгестәр ыңғай һығымта бирһә, үҫмерҙәр хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙатыу өсөн хәрби комиссариатҡа барырға тейеш. .
Йыл һайын республиканың меңәрләгән егете Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафтарын тулыландыра. БР Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре буласаҡ һалдаттар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аңлатыу эштәре алып бара. Республика йыйылыу пунктында армияға оҙатыуға арналған тантаналы митингылар уҙа, яңы алынған һалдаттар өсөн байрам концерттары ойошторола.
Армияға яраҡлыһыңмы?
Ҡулына ҡорал алып, тыуған илде һаҡларға әҙерләнгән егеттәрҙең һаулығы нисек?
Рәсәй Оборона министрлығының хәрби-табип экспертизаһының баш үҙәк начальнигы полковник Александр Чаплюк белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ күрһәткесе яҡшырған, бөгөн призывниктарҙың 78 – 79 проценты хеҙмәт талаптарына тап килә.
Әйткәндәй, егеттәрҙе армияға алыуҙың биш категорияһы бар. "А" - призывник хеҙмәткә яраҡлы тигәнде аңлата. Был мәктәптәге "бишле" билдәһе кеүек. Юғары балл, йәштәрҙең сәләмәтлегенең яҡшы булыуын күрһәтә. Ә бына "Б" категорияһы, моғайын, иң таралғанылыр. Ул егеттәрҙең аҙыраҡ сикләүҙәр менән армияға яраҡлылығын раҫлай. "В" егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә яраҡлы, әммә ғәскәрҙәргә алынмау билдәһе. "Г" категорияһы сәләмәтлеге сәбәпле ваҡытлыса ҡулына ҡорал алырға яраҡһыҙлығы хаҡында. Бындай үҫмерҙәргә ярты йылдан бер йылға тиклем армиянан сикләү бирелә. Был ваҡыт уға – өҫтәмә рәүештә тикшерелеү йәки дауаланыу өсөн. "Д" йәш кешенең һаулығы хәрби хеҙмәт талаптарына бөтөнләй яуап бирмәүен аңлата.
Туҡланыуҙың сифатын яҡшыртыуға, кейем менән тәьмин итеүгә етди иғтибар бирелә. Йәнә һалдатҡа алыу кеүек сараларҙың барышын егеттәрҙең атай-әсәйҙәренә танышып һәм күҙәтеп барыу мөмкинлеге мөһим роль уйнай.
Ниндәй ауырыуҙар арҡаһында егеттәр башлыса армиянан кисектерелә һуң? Тәүге урында – һөйәк-мускул системаһы. Был төргә яҫы табанлылыҡ, сколиоз, быуын ауырыуҙары инә. Икенсе урында - ҡан әйләнеше системалары ауырыуҙары, йөрәк тибешенең төрлө боҙолоуҙары, өсөнсө – ашҡаҙан-эсәк, сей яра сирҙәре.