

"Республика Башлығының ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу өлкәһендәге сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу буйынса йөкләмәһен ғәҙәттәге режимда тәьмин итеү сәбәпле, карьераға керергә, хәлгә төшөнөргә, компания вәкилдәре һәм урындағы йәмәғәтселек менән аралашырға булдым. Һөҙөмтәлә, төндә тиерлек сығарыу урынында йыйылыш үткәрҙек. Йәмәғәтселек фекеренсә, карьерҙа зыян килтереү эштәре башҡарыла, йылға бысрана, һәм, компания эшсәнлеге һөҙөмтәһендә, йылғаларҙың береһе кибә", - тип яҙған үҙ аккаунтына республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов.
Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса был мәсьәләне ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу буйынса ведомстволар комиссия ултырышында тикшереү өсөн ҡарар ҡабул ителде. Бынан тыш, контроль-күҙәтеү органдары урындағы халыҡтың йәмәғәт контроле аҫтында «ГРУ Восток» эшсәнлеген тикшереүҙе ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
"Хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған осраҡта улар бөтөрөләсәк йә иһә лицензияны тартып алыу буйынса эш эйоштороласаҡ. Намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыусыларға йоғонто яһау тәжрибәһен хәҙер беҙ тупланыҡ", - тип белдерҙе вице-премьер.
ГРУ Восток" шаҡтай уникаль предприятие. Рәсәйҙә марганец алыу менән шөғөлләнеүсе бындай компаниялар бик аҙ. Ул һалымдарҙы түләй, һәм осрашыу барышында территорияларҙың социаль-иҡтисади үҫешенә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Лицензияның ваҡыты 2022 йылдың 1 октябрендә тамамлана.