+24 °С
Ямғыр
Майкоп ҡалаһында ун дүрт уҡыусыны төрлө кимәлдә тәндәре бешеүе менән дауаханаға һалғандар. Был күңелһеҙ ваҡиғала уҡытыусы ғәйепле һанала. Ике дәрес дауамында ул ультрафиолет лампаны һүндерергә онотҡан булған. Бигерәк тә, был дәрестәр иң алғы партала ултырған ике ҡыҙға ҡиммәткә төшкән. Уларҙың күҙ алмалары бешеүе асыҡланған.