Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Ноябрь 2021, 17:09

"Алға" картаһын һанға һуҡмаған водителдәр бар

Берәүһе хатта уҡыусы баланан үс алмаҡсы булған.  

"Алға" картаһын һанға һуҡмаған водителдәр бар"Алға" картаһын һанға һуҡмаған водителдәр бар
"Алға" картаһын һанға һуҡмаған водителдәр бар

Өфө ҡалаһында йәшәгән Эльмира Нурғәлиева Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге битендә водителдәрҙең баш-баштаҡлығы тураһында хәбәр иткән. 224-се автобус маршруты водителе уҡыусыны “Алға” картаһы менән иҫәпләшкәне өсөн тейешле урында төшөрмәгән, ә юрамал өс туҡталыштан һуң ғына ҡалдырған. ”Һөҙөмтәлә бала дәрескә һуңлаған! Водителдәрҙең бындай баш-баштаҡлығы, әшәкелеге өсөн кем яуап бирер?" – тип мөрәжәғәт итә әсә.

Уның һорауы “Инцидент менеджмент” системаһына эләккән. Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле әйтеүенсә, 224-се маршрут менән булған ваҡиға транспорт һәм элемтә идаралығында тикшереләсәк. Оҙаҡламай яуап бирергә вәғәҙә итәләр.

Ҡайһы бер водителдәрҙең "Алға" картаһын ҡабул итмәҫкә тырышыуы, ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙе талап итеүе менән көн дә осрашырға тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Эльмира Нурғәлиева кеүек законһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшеүселәр аҙ, күпселек өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас