Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Ноябрь 2021, 16:09

Ҡанһыҙ әсә был ҡылығы өсөн яуап бирәсәк

Ул өс балаһын тәүлектәр буйы ас тотҡан...  

Ҡанһыҙ әсә был ҡылығы өсөн яуап бирәсәкҠанһыҙ әсә был ҡылығы өсөн яуап бирәсәк
Ҡанһыҙ әсә был ҡылығы өсөн яуап бирәсәк

Өфөнөң Калинин районында йәшәгән 20 йәшлек әсәй алкоголь менән мауыҡҡан. Бер йәштән өс йәшкә тиклемге өс балаһын бөтөнләй ҡарамаған, йыш ҡына уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырып сығып киткән, ашатмаған, ҡул да күтәргән.

Балалар санитар нормаларға яраҡһыҙ фатирҙа көн күргән. Тейешле тәрбиә күрһәтелмәгәнлектән, кескәйҙәрҙә хроник сирҙәр барлыҡҡа килгән. Әсә кешене тейешле органдар быға тиклем дә киҫәткән: административ яуаплыҡҡа тарттырғандар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул аҡылға ултырмаған.

Хәҙер ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған, балалар социаль приютҡа тапшырылған.  

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас