Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Ноябрь 2021, 05:30

Азамат Абдрахманов ниндәй вазифаға күсерелә?

Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу беренсе урынбаҫар Азат Ишемғоловҡа йөкмәтелде.

Республика Хөкүмәте аппаратын Ишембай районы башлығы Азамат Абдрахманов етәкләйәсәк

 

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән Ишембай районы советы ултырышында билдәле булды. Республика етәксеһе Азамат Фәрит улының «Алға»махсус иҡтисади биләмәһен үҫтереүҙә, ауылдарға газ үткәреүҙә, юлдарҙы ремонтлауҙа, ҡала һәм район инфраструктураһын яҡшыртыуҙағы эшен юғары баһаланы.

Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу беренсе урынбаҫар Азат Ишемғоловҡа йөкмәтелде. Шулай уҡ ултырышта Ишембайҙағы Беренсе башҡорт нефтен асыусыларға  һәйкәл майҙанын төҙөкләндереү буйынса проект күрһәтелде.

Радий Хәбиров ҡаланың Ленин проспектындағы ремонт эштәре менән танышты, «Ишембай трикотаж фабрикаһы»нда булды.

Рәмилә Исмәғилева

Азамат Абдрахманов ниндәй вазифаға күсерелә?
Азамат Абдрахманов ниндәй вазифаға күсерелә?
Автор:
Читайте нас