Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Ноябрь 2021, 14:38

«Байыҡ» — башҡорт бейеүе балҡышы

Проект авторы Рита Өмөтбаева билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй төбәктәрендә башҡорт бейеүен үҫтерергә ынтылғандар артты.

«Байыҡ» — башҡорт бейеүе балҡышы«Байыҡ» — башҡорт бейеүе балҡышы
«Байыҡ» — башҡорт бейеүе балҡышы

Сағыу энергия, һоҡланғыс дәрт-дарман, матурлыҡ солғанышында киң ҡолас менән үтте Өфөлә башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсы.

Билдәле булыуынса, ул инде хәҙер республикабыҙҙа 13-сө йыл уҙғарыла. Ошо ваҡыт арауығында фестиваль ысынында халыҡтыҡына әйләнде, унда Башҡортостандың барлыҡ һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән егерме меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашты.

Быйыл да «Байыҡ» сағыу байрамға, башҡорт хореография сәнғәте балҡышына әүерелде. Конкурста, республикабыҙ таланттарынан тыш, Санкт-Петербург, Сорғот, Һатҡынан (Силәбе өлкәһе) килгән һоҡланғыс бейеүселәр, коллективтар сығыш яһаны. Улар хаҡлы рәүештә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус призына лайыҡ булды. Һис һүҙһеҙ, барыһы ла — үҙ яғында башҡорт мәҙәниәтен һаҡлаған, таратҡан алдынғы коллективтар.

Мәҫәлән, Сорғот ҡалаһының «Шатлыҡ» башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе — Рияз Байегетов, балетмейстер — Лилиә Ғарифуллина) егерме йылдан ашыу эшләй. Ул төрлө конкурс-фестивалдәрҙә даими еңеп яулап килә. Ә әле Рәсәй төбәктәре араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытҡаны, хореография сәнғәтен популярлаштырыу һәм таратыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус призына лайыҡ булды.

«Наза» ансамбленә лә (хореографы — Александра Соловьева, уның хеҙмәте лә махсус грамота менән билдәләнде) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус призы тапшырылды. Уның бейеүселәре Санкт-Петербургта йәшәй һәм эшләй. «Наза» — илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһының сағыу ынйыһы. Коллектив йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Уның етәксеһе, Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова «Байыҡ» конкурсына бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

«Наза» бейеү коллективының, әле ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, тыуған Башҡортостаныбыҙҙағы «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡатнашыуына сикһеҙ шатмын. Республикалағы милләттәштәребеҙгә күптән үҙебеҙҙе күрһәткебеҙ килә ине. Шуны белһендәр: күңелебеҙ менән беҙ һәр саҡ һеҙҙең янда, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе онотмайбыҙ. Бейеүселәребеҙгә, уларҙың ата-әсәһенә ҙур рәхмәт. Төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, Өфөгә өс тапҡыр килеп ҡайтыу мөмкинлеген таптылар. Ҡыҙҙарыбыҙ артабан да үҫешһен, Башҡортостанда ла уларҙы онотмаһындар, ярҙам итһендәр ине тип теләйбеҙ. Проектта киләсәктә сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашһа, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ тип иҫәпләйем. Барығыҙға ла уңыштар!» — тине Гөлназ Хәләф ҡыҙы.

Фестивалдең иң тулҡынландырғыс, шатлыҡлы мәлдәренең береһе, әлбиттә, "Йылдың иң яҡшы ҡуйыусыһы"ның исемен иғлан итеү булды — уға быйыл беренсе тапҡыр 100 мең һум күләмендә премия булдырылғайны. Һөҙөмтәлә бындай сертификат һәм титул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙингә тапшырылды!

Данлыҡлы хореограф Хәлил Әнүәр улының исеме һәр кемгә билдәле. Ул — Стәрлетамаҡ бейеү театрына нигеҙ һалыусы, киң танылған «Бөрйән егеттәре», «Порт Артур» һәм башҡа бейеүҙәрҙең автор-ҡуйыусыһы. Әле республиканың район-ҡалаларында балаларҙы башҡорт бейеүҙәре серҙәренә өйрәтә. Хәлил Әнүәр улының быйылғы "Байыҡ«та ҡатнашыуы тарихҡа инеп ҡалыр: ул егерме йылдан һуң тәүге тапҡыр оло сәхнәгә сығып, тамашасыларға уҡыусылары менән бергә тулҡынландырғыс, һушты алырлыҡ ысын пластик спектакль күрһәтте.

Шуны билдәләргә кәрәк, «Байыҡ» тапшырыуы халыҡты йылдан-йыл нығыраҡ үҙенә ылыҡтыра, һоҡландыра. Был бейеүселәргә генә түгел, ә яңы үҙенсәлекле сығыштарға ла бәйле. Хореографтарҙың һәм артистарҙың фантазияһына сик юҡ, һөҙөмтәлә тамашасы алдында ысынлап яңы таланттар, бейеү авторҙары, хореографик постановкаларға илһам биреүселәр асыла.

Проект авторы Рита Өмөтбаева билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй төбәктәрендә башҡорт бейеүен үҫтерергә ынтылғандар артты.

«Уларға ситтә милли рухыңды, мәҙәниәтеңде һаҡлау, хәстәрләү өсөн мөхит, шарттар ҙа бигүк юҡ бит инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҙур теләк менән эш алып баралар. Мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот, Магнитогорск, Силәбе, Һатҡы ҡалаларында. Уларҙы дәртләндереп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәр ваҡыт бүләктәр бирә. Ошондай иғтибар, конкурста махсус номинациялар булдырыу сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең дәртен арттыра. Бында айырыуса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың ҙур хеҙмәте ята. Ул сит төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙҙе мәҙәни яҡтан үҫтереүгә даими иғтибар бүлә. Былтыр, мәҫәлән, Пермь, Ҡурған өлкәләрендәге бейеү төркөмдәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында бик күп милли кейем тектереп алды. Ойошмаға ошо һәм башҡа иғтибар, булышлыҡ өсөн бар "Байыҡ"тар — уны ойоштороусылар, ҡатнашыусылар, тамашасылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм», — тине Рита Өмөтбаева.

«Байыҡ-2021» яңылыҡтарға, сюрприздарға бай булды. Уның бар үҙенсәлектәре менән тиҙҙән зәңгәр экрандарҙа таныша аласаҡһығыҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас