Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Ноябрь 2021, 10:50

"Шоңҡар"ҙың ноябрь һаны донъя күрҙе

Музей-ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт? Федераль учреждение – “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы менән айырмаһы нимәлә? Туризмды үҫтереү тәбиғәт ҡомартҡыһына зыян итмәҫме?

"Шоңҡар"ҙың  ноябрь  һаны донъя күрҙе"Шоңҡар"ҙың  ноябрь  һаны донъя күрҙе
"Шоңҡар"ҙың ноябрь һаны донъя күрҙе

Ж

Журналдың тышлығын биҙәгән шәп егет – Раян ӘХМӘТЙӘНОВ – республикала ҡая таштағы һүрәттәр менән эшләгән һанаулы белгестәрҙең береһе, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының ғилми-тикшеренеү бүлеге мөдире. Улай ғына ла түгел, мәмерйәнең иң ҡатмарлы уйымдарын, кеше аяғы баҫмаған хәүефле урындарын урап сыҡҡан, тикшерер өсөн ҡорамалдар ҡуйған (мониторинг системаһы), уларҙы даими тикшереп торған кеше лә ул.
Өс саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе 1959 йылда, таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына ҡыҙыл буяу (охра) менән төшөргән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре табылғас, бөтә донъяға танылды. Бында фәнни эҙләнеүҙәр бөгөн дә дауам итә. Әле билдәле һүрәттәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеүҙән тыш, белгестәр ЮНЕСКО ойошмаһы өсөн мәғлүмәт әҙерләй. Маҡсат – Шүлгәнташ мәмерйәһен донъя мәҙәниәте ҡомартҡылары исемлегенә индереү. Музей-ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт? Федераль учреждение – “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы менән айырмаһы нимәлә? Туризмды үҫтереү тәбиғәт ҡомартҡыһына зыян итмәҫме? Ҡая таштағы һүрәттәр, мәмерйә үҙе ниндәй сихри көстәргә эйә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға  Раян Таһир улы менән  ойошторолған “Шүлгәнташ серҙәрен кемдәргә сисә” исемле әңгәмәлә танышырға мөмкин.

Журналдың был һаны ла фәһемле яҙмаларға, шәп хикәйәләргә бай. Ҡасандыр “Гәлсәр һандуғас” телевизион проекты конкурсы еңеүсеһе, Асҡын егете Винарис Абдуллин ни өсөн водитель булып киткән?  Бөгөн ул нимә менән шөғөлләнә?  Ошо хаҡтаа йырсы менән йәнле әңгәмә бирелгән.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас