

24 - 25 ноябрҙә бында Алексей Житковскийҙың пьесаһы буйынса "Һырғалаҡ" спектакленең премьераһы үтә. Ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Спектаклдең режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев, композиторы - Магуля Мезинова, хореографы - Ольга Даукаева. Әҫәрҙе башҡорт теленә Динара Ҡәйүмова тәржемә иткән. Тамаша өҫтөндә өс рәссам эшләй: ут буйынса - Евгений Лисицын, аниматор - Урал Мәхийәнов, сценография буйынса - Лилиә Хисмәтуллина.
"Балалар баҡсаһындағы тәрбиәселәрҙең эш көнө йырып сыға алмаҫлыҡ квесты хәтерләтә: 15 мең һумлыҡ эш хаҡына ай буйы йәшәргә, шул уҡ ваҡытта шәхси тормошто ла оноторға ярамай, эшкә лә күңелеңде һалырға кәрәк, сөнки - балалар. Тағы ла өҫтәлмә йөкләмәләр алырға тура килә. Иң мөһиме - бер нигә лә ҡарамайынса кеше булып ҡалырға кәрәк." - ти "Евразия", "Действующие лица" һәм башҡа драматургия фестивалдәре лауреаты Алексей Житковский был әҫәрен тураһында.