“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проекты сиктәрендә, Дәүләкән ҡалаһында төҙөкләндереү эштәренең тәүге этабы тамамланған.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төҙөкләндереү эштәре быйыл ғына башланған булһа ла, байтаҡ эш башҡарып өлгөргәндәр. Ҡыҙыл майҙан, Мәжит Ғафури, Еңеү урамдарында тротуарҙар барлыҡҡа килгән, яңы асфальт һалынған, йәш үҫентеләр ултыртылған, заманса туҡталыш павильоны урынлаштырылған. Дим йылғаһы яры ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Унда ла эштәр киләһе йылда ла дауам итәсәк. Төп маҡсат – халыҡ күпләп һыу ингән урындарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килерлек итеп эшләү ҡаралған.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан