Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Ноябрь 2021, 03:45

Бөгөн - Ҡара бесәй көнө

Һеҙ ырымдарға ышанаһығыҙмы? Юлығыҙҙа ҡара бесәй осраһа, нимә эшләйһегеҙ? Бәлки, күңелегеҙҙә берәй ваҡиға уйылып ҡалғандыр? Яҙығыҙ.

Бөгөн - Ҡара бесәй көнөБөгөн - Ҡара бесәй көнө
Бөгөн - Ҡара бесәй көнө

Шундай көн дә бар икән! Ғәҙәттә, беҙҙә Ҡара бесәй юлды ҡыйһа, юл уңмай” тигән ырым бик киң таралған. Ошоға ҡарата бер танышымдың ҡарашын килтерәм: “Ҡара бесәйҙәр ҙә ҡайҙандыр йөрөргә тейеш бит”. Һәм, ысынлап та, шулай бит. Бер түгел, өс ҡара бесәй осраһа ла, күңелегеҙгә һис ниндәй шик-шөбһә алмай, юлығыҙҙы артабан дауам итегеҙ. Юғиһә, минең бер танышым, өйөнә кире боролоп инергә тура килһә лә, “йә көҙгөгә ҡарайым, йә өс йотом һыу эсәм, йә уң яҡ яурыным аша өстө төкөрәм”, ти.

“Эх, ҡара бесәй йәки буш биҙрәле кеше осраны, юлым уңмай инде”, тип уйлау – үҙе үк хәйерһеҙ эшкә, уңыш­һыҙ сәфәргә сәбәпсе булыуы ихтимал. Һәм бында бер ниндәй ҡара бесәй ҙә, буш биҙрә лә түгел, ә һинең баштан уҡ үҙеңде уңышһыҙ­лыҡҡа көйләүең ғәйепле.

Әгәр шулай ҡапыл кү­ңелгә шик-шөбһә төшһә, нимә эшләргә һуң? Бынан арыу уҡ йылдар элек ошо турала һүҙ сыҡҡас, оло ғына йәштәге хәҙрәт шундай кәңәш биргәйне: “Ырымға ышанма, Хоҙайға ышан”. Ысынлап та, һәр ғәмәлебеҙҙе изгегә юрап башлаһаҡ, бер ниндәй ҡара бесәйҙәр ҙә уның уңышлы, һөҙөмтәле булырына ҡамасаулай алмаҫ.

.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас