Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
17 Ноября 2021, 15:51

Билдәле йырсы боҙ аҫтына төштө

Боҙ ялтырап ятһа ла сәхнә түгел.

Билдәле йырсы боҙ аҫтына төштөБилдәле йырсы боҙ аҫтына төштө
Билдәле йырсы боҙ аҫтына төштө

Ярай ҙа эргәлә генә ҡотҡарыусылар бар ине. Хәйер, һыуға батыусы үҙе лә һыу үткәрмәй, батырмай торған махсус костюм кейгәйне. Ә ҡотҡарыусылар һәм гидрокостюм булмаһа? Был осорҙа баҙ ҡатламы үтә лә хәүефле. Һыу ятҡылыҡтарында күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн ҡотҡарыусылар асыҡ миҫал күрһәтте.

Боҙ ялтырап ятһа ла сәхнә түгел. Аҙ ғына яҙа баҫтыңмы күл төбөнә төшөп тә китәһең. Ярай ҙа йырсы Иршат Нәбиевтың боҙҙа үҙеңде тотоу тәжрибәһе бар. Блогер ҡышҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Шулай ҙа суртан артынан боҙ аҫтына уҡ төшөп киткә

Ҡотҡарыусыларҙың эш итеү алымдары секундына тиклем ҡандарына һеңгән. Сөнки ысынбарлыҡта тап шул секундтарҙың етмәүе ихтимал. Боҙ ишелгән осраҡта кеше һә тигәнсе төпкә китеүе мөмкин. Әгәр ҡотҡарыусылар ҙа булмаһа бәләгә тарыусыларҙы ярға сығарыу батыусының үҙ ҡулында ғына.

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, боҙ ҡатламы бар ерҙә лә бер түгел. Уның ҡалынлығына төрлө факторҙар тәьҫир итә. Шуға күрә әлеге ваҡытта йылға-күл буйҙарына бармауың хәйерлерәк.

Ҡыш үҙ хоҡуҡтарына инеп өлгөрмәһә лә боҙ ишелеп төшөп китеүселәр бар. Ҡариҙелдә ҡатын кеше һыу аҫтына киткән. Илеш районында боҙ ҡатламы алты йәшлек малайҙы ла күтәрмәгән.

Сығанаҡ: https://gkchs-bash.bashkortostan.ru/presscenter/news/40992

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас