

Был көндәрҙә Ғафури районы Буруновка ауылы халҡының ҡыуанысы ҙур. Ауылда заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Унда һалҡын, эҫе һыу һәм, әлбиттә, мөһим медицина ҡоролмалары буласаҡ. Бер аҙҙан халыҡ уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы ала башлаясаҡ.
Ауылды биҙәп торған был бина Рәсәй Президенты В. Путин тәҡдиме буйынса эшләнгән "Сәләмәтлек" милли проектына ярашлы барлыҡҡа килгән.
"Һаулыҡ" милли проектының төп маҡсаттарының береһе – урындарҙа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү. Ул ФАП-тар һәм мобиль медицина комплекстары төҙөү, шулай уҡ йыл һайын медицина иҫкәртеү тикшереүҙәрен тормошҡа ашырыу эшен ойоштороуҙы ла үҙ эсенә ала.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан