Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
18 Ноябрь 2021, 10:00

«Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указ үҙгәртелде

Башҡортостандың баш ҡалаһында РПЛ һәм КХЛ уйындарында футбол майҙанын, «Өфө-Арена»ны 70% тултырырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указының яңы редакцияһы донъя күрҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указын сираттағы тапҡыр үҙгәртте.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 1 декабрҙән республика ҡунаҡханаларына коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат, алты ай эсендә COVID-19 менән ауырыу йә иһә прививка яһатырға ярамауы хаҡында медицина белешмәһе (ПЦР-тест та кәрәк) менән генә урынлашырға була.

Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында РПЛ һәм КХЛ уйындарында футбол майҙанын, «Өфө-Арена»ны 70% тултырырға мөмкин. Төп шарт — тамашасыларҙың сертификаты йәки ярты йыл эсендә сирҙе үткәреү тураһында сертификаты булыуы.

Башинформ.

Фото:Валерий Шахов.

«Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указ үҙгәртелде
«Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указ үҙгәртелде
Автор:
Читайте нас