+21 °С
Болотло


Ҡан анализын ас ҡарынға бирергә кәрәк. Ашағандан һуң кәмендә һигеҙ сәғәт уҙырға тейеш. Анализ бирергә бер нисә көн ҡала майлы, ҡыҙҙырылған ризыҡтар ашамағыҙ, спиртлы эсемлектәр эсмәгеҙ. Кәмендә бер сәғәт тәмәке тартмаҫҡа кәрәк. Физик көсәнештәр ҙә анализдың дөрөҫ сыҡмауына килтерә ала. Ҡан бирергә инер алдынан 15 – 20 минут ултырып ял итергә, тынысланырға кәрәк. УЗИ йәки рентгент тикшереүе үтһәгеҙ, анализ тапшырыуҙы киләһе көнгә ҡалдырығыҙ.