

“АРБА”– “ИҘЕЛ БУЙЫ ӘКИӘТЕ”НДӘ!
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында күптән түгел генә премьераһы уҙған “Арба” әкиәте Сыуашстанда “Иҙел буйы әкиәте” (Атăл юмахĕ) төбәк-ара фестивалендә ҡатнаша. Был фестиваль Чебоксарҙар ҡалаһында быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостан театрҙары унда онлайн форматта ҡатнаша.
Баһалама ағзалары – "Алтын битлек" милли театр премияһының эксперт советы ағзалары Виктор Шрайман һәм Нияз Игламов, сыуаш драматургы Ольга Тургай, театр белгесе Динә Дәүләтшина ете конкурс спектаклдәре ҡараясаҡ. Фестиваль 20 ноябрҙә тамамлана. Иң яҡшы коллективтар "Волга буйы әкиәте" фестиваленең статуэткалары һәм дипломдары менән бүләкләнә. Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың “Арба” әкиәтен сығарыусы ижади коллективҡа уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Рәзилә Ырыҫҡужина