Башҡортостан балалары һәләтен үҫтереп, ижадын яҡтыртып, «Сулпылар» 1992 йылдан бирле сыңлай. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының иң ҙур проекттарының береһе ул. «Сулпылар» - республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән меңәрләгән балаға ҡанат ҡуйыусы ижади майҙан. Бында тәүге аҙымын яһаған балалар ең һыҙғанып, Башҡортостан мәҙәниәтенә хеҙмәт итә.
Быйыл конкурсҡа 321 ғариза килде. Беренсе турға - 50, икенсе турға 26 бала үтте. Финалда тик 13 йырсы ғына сығыш яһай. Арҙаҡлы Жюри үтә ҡатмарлы эште ғәҙел һәм ентекле башҡара. Оҫталыҡ дәрестәре, интенсив-тренингтар, фотосессия, репертуар өҫтөндә эшләү һ.б. «Тамыр» командаһы музыкаль проектты лайыҡлы атҡарып сығыр өсөн көсөн йәлләмәй. «Сулпылар»ҙа ижади һабаҡ алған бала ҙур тормошҡа ышаныслы атлай.