+21 °С
Болотло


Табип, иммунолог Владимир Болибок кәңәш итеүенсә, теләһә ниндәй вакцина яһатыр алдынан кешенең тулыһынса һау булыуы мөһим. Унда вируслы ауырыу билдәләре булырға тейеш түгел. Һалҡын тейһә лә, прививканан баш тартып тороу мотлаҡ.
Бынан тыш, вакцина яһатыр алдынан майлы, әсе ризыҡтар ашау кәңәш ителмәй. Иҫерткес эсемлектәрҙән лә тыйылып тороу яҡшы. Вакцина яһатҡандан һуң спорт менән шөғөлләнеүҙе бер ни тиклем туҡтатып торорға кәрәк. Иҫән-һау булайыҡ!