+21 °С
Болотло
Нуриман районында ун ике турист, шул иҫәптән биш бала квадроцикл менән йөрөргә сыҡҡандар һәм көрткә сумғандар. Ваҡиға, кисә, 20 ноябрҙә теркәлгән.
Ҡотҡарыусылар башта бәләгә тарыусы ике кешене ял итеү урынына алып барғандар. Төндә иһә ҡалғандарына ярҙам күрһәткәндәр. Асыҡланыуынса, алдан килеүсе бер квадроцикл юлдан төшөп китә һәм уның артынан эйәргән ҡалғандары ла бата.