

Тәтешле районының Шулған ауылынан шатлыҡлы яңылыҡтар килде: Унда «Айыҡ ауыл — 2020» республика конкурсында ҡатнашып, еңеүсе сифатында алған ике миллион һум сараға балалар майҙансығы төҙөлгән һәм, ниһайәт, ул сафҡа индерелгән.
Майҙансыҡты тантаналы асыҡ сараһына бик күп халыҡ йыйылған, әлбиттә, шатлыҡлы минуттарҙы бигерәк тә бәләкәстәр ашҡынып көткән. Улар йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар әҙерләгән. Шулған ауылы халҡын күркәм ваҡиға менән ҡотларға Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шайнурова, «Сатурн» төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре, Крупская исемендәге ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәткәрҙәре килгән. Сағыу, заманса йыһазландырылған балалар майҙансығы, һис шикһеҙ, шулғандар өсөн ҙур бүләк булды.
"Ҡоролтай"