

Тыуған иле Тропик Африка . Ожмах гөлөнөң төрҙәре күп . Әлеге көндә миндә уның ете төрө үҫә .
Уны үҫтереүҙең әллә ни ҡыйынлығы юҡ . Тиҙ тамыр йәйә , тиҙ арала ҙур булып үҫә . Һыу ярата , тик йөҙҙөрмәҫкә кәрәк . Йыл һайын тупрағын алмаштырырға һәм ҙурыраҡ һауытҡа күсерергә кәрәк . Магазин тупрағына ултырттым . Үҙең әҙерләргә лә мөмкин . Баҡса тупрағы , перегной , урмандан алынған тупраҡ һәм йылға ҡомо ( соотношение 1:1:1:1 ) .
Башҡа гөлдәр кеүек үк шәкәр ярата . Аҙнаһына бер тапҡыр бер тамсы йод тамыҙам . Тупрағына тутыҡҡан ҡаҙау йәки тимер киҫәге тығып ҡуйғанмын , сөнки уға тимер кәрәк . Бер нисә йыл элек үҫенте һатып алып үҫтерҙем . Оҙаҡ сәскә атманы , нисек тәрбиләү серен дә белмәй инем . Башҡа гөлдәр күп булғас , ожмах гөлөнә иғтибар етеңкерәмәне . Шунан мин уны һатып ебәрҙем , бер черенок ҡына ҡырҡып алып ҡалдым да . Ул черенок та үҫте лә сәскә атмай тик ултырҙы . Рәмилә Тугузбаева апай килеп инмәһә , ул ожмах гөлөн мин сығарып ырғытырҙа инем , бәлки . Рәмилә апайға рәхмәт . Нисек тәрбиәләү серен өйрәтте . Япраҡтарын өҙөп ташланым , ҡоро сыбыҡ ултырып ҡалды . Бер ай тирәһе үткәс микән , матур итеп яңынан япраҡ ярҙы , шунан сәскә ата башланы . Күп итеп үрсетеп алып киттем . Йыл һайын ҡырҡырға кәрәк . Ағас формаһында ла , лиана итеп тә , бәләкәй кустарник итеп тә үҫтереп була . Әле мин яҙҙан алып бер төптө ағас формаһында үҫтерәм тип формировать итеп ҡаңғырам . Ҡырҡҡандарымды тамыр йәйҙереп һатып торам . Әле лә бер нисә төп бар әле .
Артыҡ әллә ниндәй тәрбиә кәрәкмәй . Тупрағын алмаштырырға . Ваҡытында һыу ҡойорға . Ҡырҡырға . Удобрение ҡоябыҙ тиҙәр . Мин ҡулланғаным юҡ . Дөрөҫөн әйткәндә ялҡау мин , удобрение менән булашырға йыванам , ысын ғына . Иң ябай ысулдарҙы ғына ҡулланам . Шәкәр , йод һәм иҫкә төшкәндә перекись водороданы һыуға ҡушып һиптерәм . Тағы ла , гөлдәр күп булғас ай һайын профилактика үткәрәм . Дизенфексия эшләйем . ТЕППЕКИ тигән препарат яҙҙырып алам , белокрылка , трипс һәм башҡа бөжәктәр булмаһын өсөн шуны һиптереп сығам . Нашатырный спирт һыу менән разбавить итеп һибәм . Тупраҡта ваҡ ҡына ҡорттар һәм ваҡ себендәрҙе булдырмау өсөн һуғандың ҡабығын ҡайнатып ҡоям . Ваҡыт булғанда , йомортҡа ҡабығын һыу менән настаивать итеп ҡоя инем . Өс литрлы банкаға йомортҡа ҡабығын йыйып барам , өҫтөнә сыҡҡанса һыу ҡоям . Бер ай тирәһе ултырғас гөлдәргә ҡойоп сығам . Тик уны ҡойғандан һуң , көнө буйы өйгә инеп булмай . Шуға ла , ул эште ташланым .
Клеродендрумығыҙ сәскә атмай ултырамы ? Бөгөн үк япраҡтарын өҙөп ташлағыҙ , артыҡ бортоҡ ботаҡтарын ҡырҡығыҙ . Оҙаҡ йылдар тупрағын алмаштырмаған булһағыҙ , тиҙ арала алмаштырығыҙ . Бер ике айҙан иҫ киткес матур сәскәләргә һоҡланып туя алмаҫһығыҙ .
Ожмах гөлөн , дерево судьбы тип тә әйтәләр . Һәр бер өйҙә үҫергә тейеш имеш . Эсендә йәне булған кеше ул гөлдө үҫтермәйенсә сыҙай алмаҫ , минеңсә . Ысын , матур бит . Килешәһегеҙме ?
Авторҙың орфография һәм пунктуацияһы һаҡланды: