+21 °С
Болотло
Яҡутияла йәшәүсе ун өс йәшлек Алеша исемле үҫмер В. Путин менән тура эфирҙа бәйләнеш ваҡытында шылтыратып, һыйыр биреүҙәрен һораған. Быға тиклем ауыр көнкүреш шарттарында йәшәгән ғаиләне ағы менән туйындырыусы берҙән-бер һыйыр ҡазаға осраған булған.
Рәсәй Президенты үҫмерҙең теләген ишетә һәм ярҙам итергә вәғәҙә биргән. Тиҙҙән Алешаның ғаиләһе тағы ла һыйырлы буласаҡ.