Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында авария хәлендәге торлаҡтан күсенеүселәр өсөн ике күп фатирлы йорт төҙөлә. Йорттар төҙөлөшө "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. "Ошо маҡсатҡа 61 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шуларҙан 55 миллион һумдан ашыуы - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды, 5 миллион һумы - республика бюджетынан, 650 мең һумдан ашыуы район бюджетынан бүленде ", - тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында. Яңы күп фатирлы йорттар, шул иҫәптән авария хәлендәге торлаҡтан күсенеүселәр өсөн тәғәйенләнгәндәре лә Мәктәп урамында төҙөлә. Улар өсөн фатирҙар һатып алынған да инде. Был йорттарҙың дөйөм майҙаны ике мең квадрат метрҙан ашыу. Йорттар төҙөлөшө быйыл июндә башланды. Уларҙың береһен 2021 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Уның әҙерлеге 90 проценттан ашыу. Икенсе йорт төҙөлөшөн тамамлау 2022 йылдың икенсе кварталына билдәләнгән.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
#ВладимирПутин