«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә тиҙҙән Аҡъярҙа 3D форматында фильмдар ҡарап буласаҡ. Бөгөнгө көндә белгестәр И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының 2-се корпусындағы акттар залын ошо маҡсатта ныҡлы әҙерләй. Бында 6х2,9 метрлыҡ экран, лазерлы проекция ҡоролмаһы, заманса тауыш системаһы ҡуйыла, кинобилет системаһы булдырыла. 50 урынға иҫәпләнгән тамашасы залына уңайлы ултырғыстар ҡуйыла. Декабрь башында фильмдар күрһәтә башлау планлаштырыла.