Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Ноябрь 2021, 15:55

Башҡортостандың йөрәгенә, рәхим итегеҙ!

Теләгән ваҡытта килергә мөмкин.

Республиканың Ғафури районы Мәндем йылғаһы буйында («Торатау» геопаркы биләмәһе) туристар өсөн яңы локация - «Урманда - автобус» кемпингы һәм яңы туристик маршрут асылған.

Проект Туризм буйынса Федераль агентлыҡ, БР Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм «Торатау геопаркы» ойошмаһы тарафынан эшләнгән.

Туризм буйынса Федераль агентлыҡ иғлан иткән конкурста республиканан 17 проект - еңеүселәр исемлегендә. «Урманда - автобус» кемпингы һәм яңы туристик маршрут - шул проекттарҙың береһе.

“Был проект йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Иң мөһиме – хәүефһеҙлек сараларын иҫтән сығармау. Законға ярашлы, туристик төркөмдәр сәйәхәткә сығыр алдынан ун көн элек Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хәбәр итеп рөхсәт алырға тейеш”, - ти республикала туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Фәтҡуллин.

“Мәндем геологик тоҡомдары” тип аталған йәйәүле сәйәхәттең оҙонлоғо биш саҡрым самаһы. Мәндем йылғаһы буйлап Мәндем ауылын үтеп, Ғафури районының көнсығышына табан һуҙыла. Артабан бер нисә бәләкәй мәмерйә, ҡая, Ғафуриҙа үҫкән үҙенсәлекле үҫемлектәр менән танышыр өсөн “Урманда - автобус” проектына ярашлы сәйәхәт итеү планлаштырылған.

Башҡортостандың ҡап уртаһында урынлашҡан төбәктең хозур тәбиғәте менән танышыуҙан мәхрүм ҡалмағыҙ.

 

 #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Башҡортостандың йөрәгенә, рәхим итегеҙ!
Башҡортостандың йөрәгенә, рәхим итегеҙ!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас