Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
23 Ноябрь 2021, 17:54

Нәркәс Байбулдинаға уңыштар теләйек!

Сәйетбаба һылыуы ниндәй конкурста ҡатнаша тиһегеҙме?

Нәркәс Байбулдинаға уңыштар теләйек!Нәркәс Байбулдинаға уңыштар теләйек!
Нәркәс Байбулдинаға уңыштар теләйек!

Сәйетбаба һылыуы – Нәркәс Байбулдина “Ҡарһылыуҡай - 2021” конкурсында ҡатнаша. 27 декабрҙә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында конкурстың финалы үтә. Унда 7-нән 10 йәшкә һәм 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша. Гран-при яулаған башҡорт Ҡарһылыуы 300 мең һум аҡса, 1-се, 2-се, 3-сө урындарҙағылар – 50, 30, 20 мең һум аҡса, ҡалған финалистар ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.

-Беҙҙең Яңы йыл шоуы тылсымлы, сихри хыялдарҙың тормошҡа ашыуы, ерҙәге изгелек һәм мөхәббәт тураһында. Беҙ әкиәт персонаждарынан Ғаләм булдырып, унда ҡатнашыусы һәр герой - хореографтан алып жюри ағзаһына тиклем – үҙ ролен башҡарасаҡ, - ти конкурс директоры Айгөл Үтәгәнова.

Нәркәстең Гран-при яулауын теләп ҡалабыҙ! Әйткәндәй, Нәркәс бөгөн БДУ-ла белем ала. 

"Табын" гәзитенән.

 

 
 
 
 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас