Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 11:50

Өфөлә Владимир Спиваков исемендәге халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы старт алды

Республикала халыҡ-ара сара 3-сө тапҡыр ойошторола. Жюри ағзалары 300 заявка араһынан 5 илдән 12 ҡатнашыусыны һайлап алған.

Өфөлә Владимир Спиваков исемендәге халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы старт алды


Республикала халыҡ-ара сара 3-сө тапҡыр ойошторола. Жюри ағзалары 300 заявка араһынан 5 илдән 12 ҡатнашыусыны һайлап алған. Рәсәй музыканттары менән бергә конкурста Германия, Бразилия, Япония, Көньяҡ Корея илдәре вәкилдәре ҡатнаша. 

Еңеүсегә бүләккә Джузеппе Педрацини 1918 йылда эшләнгән скрипка әҙерләнгән. 2-се һәм 3-сө урындарҙы яулаусылар Николь КоссЕн менән Игорь Улицкийҙың скроипкаларына эйә була. Владимир Спиваков еткәләгән жюри составында донъяның танылған музканттары. Конкурс өс көн дауам итә. Еңеүселәр 25 нояборҙә билдәләнә, ә 26-да  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Гала-концерт уҙа. Дирижер пультын Владимир Спиваков үҙе етәкләй.
Конкурсҡа талантлы йәштәр, донъяның төрлө илдәренән хөрмәтле кешеләр килде. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Австриянан ғына тулы локдаун арҡаһында килә алманылар. Ләкин был да киләсәккә өмөт бирә.
 
 

Гөлдәриә Йосопова

Фото - БСТ

 
 
 
 

 

 

 

Өфөлә Владимир Спиваков исемендәге халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы старт алды
Автор: