

Йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән яңы юл аҫты үткәүелен төҙөү Ағиҙел ярҙарын реконструкциялау программаһына ярашлы башҡарылған. Уның оҙонлоғо – 110 метр.Уны асыу тантанаһында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.
Премьер-министр һүҙҙәренсә, был урында транспорт күп йөрөй, шуға күрә ер аҫты үткәүеле төҙөргә ҡарар ителә.
– Ер аҫты үткәүеле ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юл аша сығыу хәүефһеҙ буласаҡ, икенсенән, үткәүел юлға йөкләмәне кәметә. Йәйәүлеләр өсөн дә, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә берҙәй уңайлы, – ти Андрей Назаров.
Үткәүелдә видеокүҙәтеү камералары, хәрәкәт датчиктары менән яҡтыртҡыстар һәм инвалидтар өсөн күтәргес ҡуйылған. Төп тоннелдән тыш, шулай уҡ ярҙамсы һәм техник биналар бар: һыу үлсәү үҙәге, йыйыштырыу инвентарен һаҡлау, электр щиты һәм насос бүлмәләре. Йылғаға сыҡҡан яҡта триплекс быялаһы менән кәртәләнгән ҡарау майҙансығы ла төҙөлгән.
– Ер аҫты үткәүеле һуңлап файҙаланыуға тапшырылды. Уның сәбәптәре бар, – ти Андрей Назаров. – Дуҫлыҡ монументы эргәһендә «Өфө-II ҡаласығы» ҡомартҡыһы урынлашҡан. Ә унда археологик тикшеренеүҙәр үткәрелде, шуға тоннелде ярты йылға һуңлап төҙөй башланыҡ».