Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 18:38

Шарандар эшләй ҙә, күңел аса ла белә

Улар тыуған ауылдарында бергәләп утыҙ йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә.

Шарандар эшләй ҙә, күңел аса ла белә

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Шаран районының Еремкино ауылында «Ҡаҙ өмәһе» милли байрамы үткән. Сара Кәбир һәм Әлфир Әхмәтовтарҙың шәхси хужалығында ойошторолған.

Әхмәтовтар ғаиләһен ауылда тырыш, уңған, ихлас кешеләр итеп беләләр. Улар тыуған ауылдарында бергәләп утыҙ йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә. Кәбир Малик улы хужалыҡ эштәрен теүәлләһә, Әлфирә Мәғәсүм ҡыҙы ауылдың мәҙәни тормошона ҡот өрөүсе. Ул үҙ һөнәре оҫтаһы булараҡ, ауылда төрлө мәҙәни саралар ойоштора, тап уның тырышлығы менән халыҡ йолалары һаҡлана. «Ҡаҙ өмәһе» байрамы алдынан хужалар ҡунаҡтарҙы икмәк һәм сәк-сәк менән ҡаршы алған. Башҡалар ҙа буш ҡул менән килмәгән — тәмле ҡоймаҡ-бәлештәр бешергән.

Өмәлә ҡатнашыусылар сараның бар шарттарын үтәгән. Урындағы гармунсылар баянда өҙҙөрһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыр-таҡмаҡтары күңелдәрҙе күтәреп, эшкә дәртләндергән, кәйеф күтәргән. Байрам өҫтәле иһә төрлө ниғәмәттәрҙән һығылып торған: быныһы инде йорт хужалары Әхмәтовтарҙың һәм ауыл оҫтабикәһе Кәримә апай Әхмәтованың тырышлығы. Бына ошондай кешеләр ауылдәрға йәм һәм йән өҫтәй ҙә инде.

"Ҡоролтай"

Автор:Айнур Акилов