Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 18:34

"Ятаған" этно-төркөмө үҙенең концертына саҡыра

"Быуаттар аша музыка" исемле яңы программа тәҡдим итә.

"Ятаған" этно-төркөмө үҙенең концертына саҡыра

5 декабрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Ятаған" этно-төркөмө "Быуаттар аша музыка" исемле яңы программа тәҡдим итә.

Төркөм булдырылғандан алып уның маҡсаты - рухи ҡиммәттәрҙе тейешле жанрҙар һәм композициялар аша тамашасыларға еткереү. Тере музыкаль башҡарыу һәм тере тауыштар - былар барыһы ла концерт программаһында!

Концерттың махсус ҡунаҡтары: Зилиә Бәхтиева, Иҙел Аралбаев, Рәмис Хәкимов.

Тамаша 17 сәғәттә башлана.

Автор:Айнур Акилов