Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 15:36

Ҡабаҡлы тары бутҡаһы

Әҙерләү ваҡыты ни бары 30 минут! Ә тәме - телеңде йоторлоҡ! Ҡабаҡлы тары бутҡаһы бешергәнегеҙ бармы?

Ҡабаҡлы тары бутҡаһы

Әҙерләү ваҡыты: 30 минут. 10 порция.

Ингредиенттары: 660 г тары ярмаһы, 1000 г ҡабаҡ, 760 мл һөт, 760 мл һыу, 3 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 100 г маргарин йәки аҡ май.

Әҙерләү тәртибе: ҡабаҡтың тышын әрсейҙәр, орлоҡло өлөшөнән таҙарталар, ваҡ итеп шаҡмаҡлап турайҙар. Ҡайнап торған һыуға йәки һөткә шәкәр ҡомон, тоҙҙо һәм ҡабаҡты һалалар һәм ҡайнағансы утта ҡалдыралар. Артабан алдан әҙерләнгән ярманы һалып, һүлпән утта әҙер булғансы бешерәләр. Табынға биргәндә бутҡаға май һалалар. Был ризыҡты газ мейесендә лә бешерергә була.

Автор:Загида Мусина