Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 17:23

Арғы яҡтан ҡайтып килә сөгөлдөр алыусылар...

Йәй башында уҡ агрономмы, бригадирымы ауылда йәшәүсе һәр ғаиләләге йән башына шутлап колхоз сәскән сөгөлдөр ыҙандарып таяҡсалар ҡатып, бүлеп сыға. Шуны һирәгәйтеп, ҡыйын утап, йәй буйы тәрбиәләргә кәрәк. Буш урындарына ищщу контролер икенсе үҫентене ултырттыра...

Арғы яҡтан ҡайтып килә сөгөлдөр алыусылар...

Арғы яҡтан ҡайтып килә

Сөгөлдөр алыусылар...

Бала саҡ күңелле мәлдәре менән иҫтә ҡала, бигерәк тә йәйге осорҙар...

Әммә ауыл балаларының ҡыуаныстары артыҡ күп тә булмағандыр. Ғаилә архивынан ошо фотоны табып алғас шундай уйҙар килә башҡа...

Йәй башында уҡ агрономмы, бригадирымы ауылда йәшәүсе һәр ғаиләләге йән башына шутлап колхоз сәскән сөгөлдөр ыҙандарып таяҡсалар ҡатып бүлеп сыға. Шуны һирәгәйтеп, ҡыйын утап йәй буйы тәрбиәләргә кәрәк. Буш урындарына ищщу контролер икенсе үҫентене ултырттыра...

Йәйге эҫе көндә ошо сөгөлдөр баҫыуында эшләү үҙәккә үтер ине, баш ҡалҡытып алға ҡарайһың-ә унда саҡрымдарға һуҙылған сөгөлдөр ыҙандары...Ярай, как нибудь ул бүленгән ерҙе тәрбиәләп сығаһың...Көҙ етһә сөгөлдөрҙө таҙалап, үлсәтеп калхузға сдауать итеүе үҙе бер ыҙа булыр ине...Әҙерләп ҡуйған күбәләргә мал килеп ябырылыр ине, техникаһы етешмәй ташырға...Булды шундай заманалар...

Унан башҡа калхуздың картуф, сөгөлдөрен йыйып алыу ҙа мәктәп баллары иңендә ине..

Хәҙергә мәктәп баллары класын йыуып та ҡайтмай, тырма-көрәк тота белмәйҙәр...Ә ҡулдарында ҡиммәтле гаджет...Нимә булыр 10-20 йылдан...Аптыраҡ инде...

PS. Фотола ҡартатайым Фәйзрахман Мусин (60 йәш), Юлан ағай Абзаков (11 йәштә). 1959 йыл, август. Самарбай олатайым Фәхретдинов фотоһы.

 

Ғәли Фәхретдинов.

 

 

Автор:Загида Мусина