Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВ: "Беҙ бәләкәй саҡта өләсәйҙәрҙән гел генә ҡурмас ҡыҙҙыртып ала ла, әле кешеләр услап көнбағыш сирткән ише, кеҫәнән сығарып, урамда эре генә ҡытырлатып ашап йөрөй инек. Хәтеремдә, бер мәл ҡурмасты мин мәктәп йәрминкәһендә стаканлап һатып, аҡса ла эшләгәйнем әле. Ҡурмасты, ғәҙәттә, елләтеп таҙартылған бөтәүләй бойҙай орлоғон әҙ генә аҡ майҙа ҡыҙҙырып эшләйҙәр. Бойҙай сыртлап һикерә башлаһа, тимәк, ҡурмас әҙер тигән һүҙ. Ул тәмле генә түгел, үтә файҙалы ла. Ҡурмасты баллап та ебәрһәң, бөтөнләй хан һыйы килеп сыға"