Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 19:25

Бауырҙы бөтөрөүсе өс сәбәп

Иҫерткес эсемлектәр генә хәүеф янамай икән...

Билдәле булыуынса, бауыр сире күп ваҡыт алама ғәҙәттәр менән оҙаҡ йылдар дауамында дуҫ булғандар яфалана. Тик хәҙерге заманда организмда мөһим роль үтәүсе ағзаларҙың береһенә беҙ яратып ашаған ризыҡтар ҙа хәүеф янай икән.

Иң тәү сиратта колбаса, магазиндан алынған ҡамыр аҙыҡтарын үҙ итеүселәр бауыр сиренә тиҙ бирешә, ти табиптар. Тағы ла, әйләнгән һайын шәкәрле һуттар эсеү ҙә зыянлы. Бынан тыш, әҙ хәрәкәтләнеү ҙә туранан-тура бауыр сире менән ауырыусыларҙың һанын тулыландырырға булышлыҡ итә.

Бауырҙы бөтөрөүсе өс сәбәп
Автор:Разинә Зайнетдинова