Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 18:00

Баймаҡ районында эре мөгөҙлө малдың ауырыуы сәбәпле карантин индерелгән  

 15 саҡрым радиуста бөтә малға вакцина эшләргә кәрәк, уға 8 ауыл инә.

Баймаҡ районында эре мөгөҙлө малдың ауырыуы сәбәпле карантин индерелгән  

 Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә  эре мөгөҙлө малда  дерматитҡа оҡшаш сирҙең  билдәләре барлығын  хәбәр итте. Тикшереү үткәргәндән һуң 17 шәхси ярҙамсы хужалыҡта зарарланған 124 баш эре мөгөҙлө мал һәм 76 баш маллы ике крәҫтиән-фермер хужалығы барлығы асыҡланған. Зарарланған малдарҙың барыһы ла юҡ ителгән.

Ауырыуҙың тышҡы билдәләре -  хәлһеҙлек, ябығыу, һөт кәмеү.

"Бөгөн беҙ ошо сир сығанағы табылған ауыл халҡы менән сход үткәрҙек, белгестәр уларҙың бөтә һорауҙарына яуап бирҙе. Кешеләрҙе был проблема борсой, сөнки уларҙың күбеһе өсөн мал үрсетеү эш хаҡы булып тора. Сир сығанағын бөтөрөү өсөн карантин постары төҙөлгән. Карантин 3-4 аҙнаға индерелгән, хәлде даими күҙәтеп барырбыҙ. Беҙгә 15 саҡрым радиуста бөтә малға вакцина эшләргә кәрәк, уға 8 ауыл инә. Әлбиттә, 2021 йыл райондың ауыл хужалығы өсөн еңел булманы. Ҡара сиңерткәнең ябырылыуы, көслө ҡоролоҡ эҙемтәләре менән көрәштек, уларға урман янғындары өҫтәлде. Халыҡ менән бергә ошо мәсьәләне тиҙ генә хәл итербеҙ, тип ышанабыҙ ", - тип аңлатма бирҙе" Башинформ "агентлығы өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов.

Фото - асыҡ сығанҡтарҙан. 

Баймаҡ районында эре мөгөҙлө малдың ауырыуы сәбәпле карантин индерелгән  
Автор:Гульшат Кагарманова