Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 13:50

Сәғүд Ғәрәбстанында "Рәсәй - Ислам донъяһы" төркөмө ултырышында Кәрим Хәкимовты иҫкә алдылар

Сәғүд Ғәрәбстанында барған "Рәсәй - ислам донъяһы" төркөмө ултырышы эшендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов ҡатнаша.

Сәғүд Ғәрәбстанында "Рәсәй - Ислам донъяһы" төркөмө ултырышында Кәрим Хәкимовты иҫкә алдылар

Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең Джидда ҡалаһында ошо көндәрҙә "Рәсәй - ислам донъяһы" стратегик ҡараш төркөмөнөң ултырышы үтә. Рәсәй президенты Владимир Путин сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Күп кенә көнүҙәк мәсьәләләре буйынса Рәсәй һәм мосолман илдәре позицияһы бик яҡын, тип билдәләне ул.

"Беҙ ғәҙел демократик донъя тәртибен төҙөү өсөн бергәләп сығыш яһайбыҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Федерацияһы президенты.

Сәләмләү хатында билдәләнеүенсә, төркөм ултырышының көн тәртибе бик тығыҙ. Халыҡ-ара терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәштә төбәк конфликттарын һәм көрсөктәрен көйләүҙә үҙ-ара килешеп эш итеү юлдарын тикшерергә кәрәк. Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, гуманитар һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек проблемаһы етди иғтибар талап итә. "Рәсәй - ислам донъяһы" стратегик ҡараш төркөмө 2006 йылда ойошторола. Әлеге ваҡытта ул 28 илдән 56 кешене үҙ эсенә ала, уға юғары рангтың элекке етәкселәре, фән һәм йәмәғәтселек, эшлекле даирә вәкилдәре, дини эшмәкәрҙәр (ислам һәм хоҡуҡи славия) инә. Төркөм Мәскәүҙә, Ҡазанда, Истанбулда, Джиддала һәм Кувейт ҡалаһында осрашыуҙар үткәрҙе. Һуңғы ултырыш 2019 йылдың 28-30 ноябрендә Өфөлә үтте һәм ул конфессия-ара татыулыҡ темаһына арналды.

Ул саҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында Башҡортостандың Рәсәйҙең дини хәл күҙлегенән күп милләтле һәм күп конфессиялы моделе булыуын билдәләне.

"230 йыл элек императрица Екатерина II тап Өфөнө Рәсәй исламының рәсми үҙәге итеп һайланы. Ул Башҡортостан халыҡтарының ышаныслы дуҫтар һәм яугирҙарҙың - Ватанды һаҡлаусыларҙың тыныс һәм ышаныслы холҡон күргәндер, тип уйлайым. Бында ойошторолған Диниә назараты үҙ тарихында күп нәмә мосолман мәҙәниәтен һәм мәғарифын үҫтереү, этник мосолмандарҙы Рәсәй сәйәси һәм мәҙәни киңлегенә интеграциялау өсөн эшләне. Ошо көндәрҙә Өфөлә лә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Юғары мөфтөй, шәйех-ислам Тәлғәт Тажетдин һәм республика мосолмандарының Диниә назараты мөфтөй Айнур Бирғәлин етәкселегендә динеләрҙе берләштереү өсөн күп нәмә эшләй, изге эштәр менән шөғөлләнә, дини экстремизмдан һаҡлай ", - тине ул саҡта Радий Хәбиров.

Сәғүд Ғәрәбстанында барған "Рәсәй - ислам донъяһы" төркөмө ултырышы эшендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов ҡатнаша.

"95 йыл элек Совет Рәсәй резиденцияһы Джиддала була, унда легендар Кәрим Хәкимов эшләй. Бында уның хәтерен хөрмәт итәләр, һәм бөгөн форумда башҡорт халҡының бөйөк улының исеме  бер тапҡыр ғына телгә алынманы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Сәүед Ғәрәбстаны Короллеге властарына, сит ил эштәре министрының беренсе урынбаҫары Вәлид Әл-Корейджиға Кәрим Хәкимовтың йорт-музейының фотоһын тапшырҙым", - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов.

Сәғүд Ғәрәбстанында "Рәсәй - Ислам донъяһы" төркөмө ултырышында Кәрим Хәкимовты иҫкә алдылар
Автор:Гульшат Кагарманова