+22 °С
Ямғыр
Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, йома, 26 ноябрҙә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ көтөлә. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә -5-10 градус. Аяҙытҡанда -11,-16, көндөҙ иһә -0,-5 градус.
Шәмбе, 27 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, талғын.
Һауа температураһы төндә - 3-8, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ һауа температураһы 0,-5 градусҡаса күтәрелә.
Бөгөн республикала һауа температураһы көндөҙ 5-10 градус була.