+22 °С
Ямғыр


Әҙерләү ваҡыты: 4 ай
Ингредиенттары: 1 ҡаҙ, 1000 г тоҙ
Әҙерләү тәртибе:
Эшкәртелгән ҡаҙҙың эсенә лә тышына, ла тоҙ һөртәләр, пергамент ҡағыҙға төрөп, ныҡ итеп бәйләйҙәр. Шулай килеш уны 3-4 ай ҡараңғы һәм һалҡын урында тоталар. Артабан ҡаҙҙы һалҡын һыу менән йыуып, еләҫ ҡоро урынға эләләр. Ҡаҡланған ҡаҙҙың итен һөйәгенән айырып, һәр бер киҫәккә май эләгерлек итеп турайҙар. Киҫәктәрҙе ҙур тәрилкәгә матур итеп теҙеп йәки һәр кешегә айырым бүлеп, һалҡын ҡабымлыҡ итеп, табынға бирәләр.