Әбйәлил районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә
Әбйәлил районында 2021 йылдың аҙағына тиклем ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы 1979 йылда төҙөлгән һәм санитар-гигиена талаптарына яуап бирмәй.
- Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға ярашлы төҙөлә, унда тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, - тип билдәләне Асҡар үҙәк дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Яңы Балапан ауылынан 300-ҙән ашыу кешене, шул иҫәптән 105 баланы, 63 пенсионерҙы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ете кешене хеҙмәтләндерәсәк. Фельдшер-акушерлыҡ пункты кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн барлыҡ ҡорамалдар комплектлацияһы менән йыһазландырыла.