Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
26 Ноябрь 2021, 14:14

ИЗГЕЛЕК ЭШЛӘ ЛӘ, ЯУЫЗЛЫҠ КӨТ

Айгүзәл бөгөн үҙенә урын тапманы. Инде көн кискә ауышты, ә ул фатиры буйлап һаман улай-былай йөрөндө. Борсолоуынан хатта бер йотом булһа ла сәй ҙә эсә алманы. Ҡулына ла эш бармай. Ятып та ҡараны. Биш минут та түҙмәй кире ырғып килеп торҙо. Шунан ҡабат-ҡабаттан телефонын тикшерҙе. Яңы хәбәр юҡ.

 

 

 Айгүзәл бөгөн үҙенә урын тапманы. Инде көн кискә ауышты, ә ул фатиры буйлап һаман улай-былай йөрөндө. Борсолоуынан хатта бер йотом булһа ла сәй ҙә эсә алманы. Ҡулына ла эш бармай. Ятып та ҡараны. Биш минут та түҙмәй кире ырғып килеп торҙо. Шунан ҡабат-ҡабаттан телефонын тикшерҙе. Яңы хәбәр юҡ. Бәлки интернеты эшләмәйҙер, тип видео ҡуйып ҡараны. Эшләй. Бәлки телефонының аҡсаһы бөткәндер ҙә, уға бер кем дә шылтырата алмай? Бар әле... Шылтыратыуҙы ишетмәнең тиһәң, тауышы асыҡ...

Айгүзәл шулай түҙемһеҙләнеп элекке классташ ҡыҙынан хәбәр көтә ине. Классташының улы быйыл ун берҙе бөттө. Уҡыу йортона документтар тапшырырға килгәс, улын бер төнгә индереп тороуын һорап шылтыратҡайны. Айгүзәл, изге күңелле кеше, шунда уҡ риза булды. Ауылдан бер сумка ҡаймаҡ-ҡорттар, емеш-еләктәр йөкмәп класташының улы кис килеп инде. Айгүзәл уны ҡунаҡ итте. Иртәнсәк, документтар тапшырғас тура ҡайтам, тип егет һаубуллашып сығып китте.

 Айгүзәл хәҙер класташының рәхмәт әйтеп шылтыратыуын көтә ине. Теге итмәй ҙә итмәй... Хәбәр ҙә яҙмай. Айгүзәл кискә тиклем көттө лә, класташына үҙе шылтыратты һәм һүгә-ҡарғай әрләп ташланы.

— Башҡа минән ярҙам һорап килеп йөрмәгеҙ, рәхмәтһеҙҙәр! —тип ташланы трубканы Айгүзәл. Шулай шул, изгелек эшлә лә, яуызлыҡ көт.

 

 

ИЗГЕЛЕК ЭШЛӘ ЛӘ, ЯУЫЗЛЫҠ КӨТ
ИЗГЕЛЕК ЭШЛӘ ЛӘ, ЯУЫЗЛЫҠ КӨТ
Автор:Загида Мусина
Читайте нас