+21 °С
Болотло
Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
«Башҡортостан халҡы исеменән «Листвяжная» шахтаһында кешеләр һәләк булыу сәбәпле ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам.
Был фажиғә йөрәктәребеҙҙе тетрәтте. Ошо көндәрҙә бөтә Кузбасс халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ.
Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы теләйем. Зыян күргәндәр тиҙерәк һауыҡһын».