Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
27 Ноябрь 2021, 14:40

Бушлай сыр ҡапҡанда ғына була шул

Ҡомарлы уйындың аҙағы нимә менән бөткәне билдәле инде.

Ҡомарлы уйын бер ваҡытта ла яҡшыға килтермәй. Уйнаусыһына ла, уны ойоштроусыһына ла. Октябрьск һәм Туймазы ҡалаларында ун биш кешенән торған ҡомарлы уйын бизнесын ойоштороусыларҙы ҡулға алғандар. Өс йылға яҡын арауыҡта улар 58 млн һум тирәһе аҡса эшләп өлгөргәндәр.

Тыйылған эш менән кеҫә ҡалынайтыусыларҙың һәр береһен алты йылға хөкөм итергә һәм 1 млн һум кимәлендә штраф түләтергә тейештәр.

Бушлай сыр ҡапҡанда ғына була шул
Бушлай сыр ҡапҡанда ғына була шул
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас