+21 °С
Болотло
ЛДПР фирҡәһе етәксеһе В. Жириновскийҙың көтөлмәгән яңылыҡтарына өйрәнеп тә бөттөк шикелле. Хәҙер килеп тағы ла бер туҙға яҙмаған фекер-тәҡдим әйтеп ҡуйған. Имеш тә, илдең бюджетын үҫтереүҙе яйға һалыу өсөн туғыҙынсы ғинуарға тиклем байрам итеп йөрөмәҫкә кәрәк икән.
“Икенсе ғинуарҙа уҡ эшкә сыҡҡанда илдәге был сетерекле хәлдән сығырға мөмкин. Тағы ла, оҙаҡҡа һуҙылған байрамдан иҫәңгерәп йөрөүселәрҙең дә һаны кәмер”, - ти ул.