Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
27 Ноября 2021, 15:35

Конкурстан үтә алырбыҙмы?

Мөмкинлектәр ҙә, тәжрибә лә бар кеүек...

Башҡортстан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт йортында РФ спорт министры Олег Матыцин менән осрашты.

– Иғтибарығыҙ һәм республикаға килеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Башкортстанға эре спорт комплекстары төҙөлөшө проекттарын финанслауҙа ярҙам да күрһәттегеҙ. Үткән йылда Семен Елистратов исемендәге шорт-трек үҙәген астыҡ.  Әлеге ваҡытта Өфөлә  ябыҡ футбол манежы төҙөлә, Көрәш үҙәген төҙөү планлаштырылған. Яңы йылда Гимнастика үҙәген асыу күҙаллана, - тип Башҡортостандағы спорт яңылыҡтары менән таныштырҙы Андрей Назаров.

Премьер-министр Башҡортстандың «Рәсәй – спорт державаһы» Халыҡ-ара спорт форумында даими ҡатнашыуын да телгә алды. 2019 йылда республика «Рәсәй төбәге» номинацияһында спортты үҫтереүгә индергән тырышлығы өсөн еңгән ине.  

– 2024 йылда Өфө ҡалаһының  450 йыллығын байрам иткәндә, әлеге спорт форумын үҙебеҙҙә үткәрергә теләйбеҙ. Бының өсөн беҙҙә мөмкинлектәр ҙә һәм тәҗрибә лә бар, - тине ул.

“Был мәсьәләлә Башҡортстан Рәсәй спорт министрлығының ярҙамына өмөт итә ала. «Рәсәй – спорт державаһы» форумын уҙғарыу урыны конкурс нигеҙендә билдәләнәсәк. Мин иһә һайлау ваҡытында үҙ тауышымды һеҙҙең өсөн бирәсәкмен. Республиканың масштаблы сараларҙы үткәреүҙә тәжрибәһе, ысынлап та, бар”, - тине Олег Матыцин.

Конкурстан үтә алырбыҙмы?
Конкурстан үтә алырбыҙмы?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас