

Заманалар үҙгәреп, мәғлүмәт күпләп интернет киңлектәрендә йәйелдерелһә лә, китапханалар үҙ абруйын төшөрмәй, китап һөйөүселәргә рухи тәрбиә биреүсе, матурлыҡҡа һәм мәҙәниәтле булырға өндәүсе белем биреү үҙәге булып ҡала. Кешеләр китапханаға китап, гәзит-журналдар уҡыу өсөн генә килмәй, илаһи донъя мөхитенә сумып донъя мәшәҡәтенән ял итә, күңел тыныслығы таба. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: китапханасылар бөгөн өҫтәл артында ултырып, йә китап кәштәләре араһында мәғлүмәт эҙләп әҙерләү менән генә шөғөлләнмәй. Уҡыусыларҙы китап мөхитенә йәлеп итеү өҫтөндә мәртәбәле эштәр: яңы китаптарҙың исем туйын, иҫтәлекле даталарға ҡағылышлы мәғлүмәттәр, яҙыусылар менән осрашыу кисәләре уҙғара. Тимәк, улар китапханасы ла, ойоштороусы ла, үҙҙәре йырсы ла, бейеүсе лә. Ошондай ғәжәп һөнәр эйәһе Рәйсә РӘЙСӘ ЗАКИР ҠЫҘЫ ҠУНАЕВА Ғафури районының Сәйетбаба ауылында донъяға килә. Сибай крайҙы өйрәнеү моделле китапханаһында үҙ һөнәрен яратып башҡарған ханым таусылар ҡалаһында үҙ кешегә әйләнгән. Хеҙмәттәштәре, әҙәбиәт һөйөүселәр араһында хөрмәтле кеше ул.
- Китапхана эше элеккегә ҡарағанда ҡырҡа үҙгәрҙе. Элек китапханаларҙың уҡыу залында тынлыҡ хөкөм һөрә ине. Ә хәҙер, киреһенсә, гөрләп һәм шаулап тора. Китапханаға йөрөүселәрҙе “китап уҡыусылар” тип атай инек. Хәҙер улар “ҡулланыусылар” (пользователи) тип атала. Эшебеҙҙең йөкмәткеһе лә, форматы ла үҙгәрҙе. Традицион сараларҙан тыш, квест уйындар, төрлө флешмобтарҙа һәм акцияларҙа ҡатнашыуыбыҙ, онлайн саралар үткәреү, эшебеҙҙә креатив формалар ҡулланыу халыҡта китапханаға ҡыҙыҡһыныу арттыра. Китапхана—өйгә китап биреү, йә гәзит– журнал ҡараштыра торған ғына урын түгел. Бында төрлө йүнәлештә клубтар эшләй. Мәҫәлән, беҙҙең Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында “Йәмле биҙәктәр” ҡул оҫталары клубы ( етәксеһе Г.Й.Арғынбаева) эшләй. Китапханабыҙҙа “Сәсән тирмәһе” музейы бар, унда экскурсиялар үткәрәбеҙ, экспонаттар йыябыҙ.
Күп кенә ололар телевизор ҡарап: интернетта ултырып ялҡтыҡ, китап уҡығы килә, тормошта негатив күбәйҙе, китаптар тынысландыра,—тиҙәр. Балаларҙың да китаптан айырылмай уҡып ултырыуҙарын күреп ҡыуанам. Тик хәҙерге ваҡытта өйҙә балаларға ата-әсәләр уларҙы алып бармай. Шуны билдәләп үткем килә: китап, журналдар алырға мөмкинлек булмаған осраҡта, балаларҙы китапханаларға алып килегеҙ. Бында тупланған мәғлүмәттең ниндәйе генә юҡ! Һуңғы ваҡытта, йәштәрҙең интернет аша китап яҙҙыртып алыуҙары күҙгә ташлана, бигерәк тә психология буйынса китаптар популяр. Шулай ҙа, интернет селтәре ни тиклем киң булһа ла, байтаҡ китаптар әлегә тик китапханаларҙа ғына һаҡлана. Мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа Мостай Кәримдең, Зәйнәб Биишеваның, Айгиз Баймөхәмәтовтың, Факиһа Туғыҙбаеваның китаптарын, әкиәттәрҙе яратып уҡый.
Яңы технологиялар заманы булһа ла, киләсәктә ҡағыҙ китаптарҙың роле юғалмаҫына ышанам. Бынан тыш, ижади оҫтаханалар, психологтар менән кәңәшләшеү урыны булыр, милли телдәрҙе үҙләштереү, ғаилә институтын үҫтереү курстары булдырыу зарур. Иң мөһиме—китап уҡыу мәҙәниәтебеҙгә һәм әхлаҡи тәрбиәгә тик ыңғай тәьҫир итеүен иҫтән сығармайыҡ", - ти Рәйсә Закир ҡыҙы.