Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ир-аттар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк хыянат итә. Икенсе яртыңдың һулға йөрөүен нисек белергә һуң? Һәр ваҡыт тикшереп, тағылып ҡына йөрөп булмай бит. Психологтар был осраҡта үҙгәрештәргә иғтибар итергә кәңәш итә.
- Әгәр ҙә артыҡ иғтибарлы булып, йылы һүҙҙәргә, сәскә гөлләмәләренә, бүтән көтөлмәгән бүләктәргә ҡапыл күмә башлай икән, шатланырға ашыҡма. Был осраҡта ул һеҙҙең алда ғәйебен аҡларға тырышып йөрөүе бар.
- Үҙен ҡарауға, тәрбиәләүгә артыҡ ваҡыт бүлә башлаһа ла, һағайырға сәбәп бар.
- Телефон. Әлбиттә, тап уның аша эҙенә төшөргә мөмкин! Әммә асыҡтан-асыҡ ҡулынан шаҡарып алыу һеҙҙең файҙаға түгел. Ситтән генә күҙәтеү ҙә етә. Телефонынан бер минутҡа ла айырылмаһа, унда текәлеп торған сағында янына килгәндә тынысһыҙланһа, тиҙерәк һүндереү янын ҡараһа, уйланырға урын бар.