

Бер йыл элек Дәүләкән районында "Рублевка Эко" кооперативы эшләй башланы. Һигеҙ кеше Рублевка ауылында элекке мәктәпте һатып алып, уны ремонтлап, Италиянан, Германиянан йыһаздар ҡайтарғандаар. Ә быйыл апрель айында цех "Баба Яга" бренды менән беренсе продукцияны етештерә башланы.
Бөгөн бында кәзә, һыйыр һөтөнән 15-тән артыҡ төр сыр әҙерләнә. Кооператив белгестәре кәзә һөтөн "Заанен", "Альп" кеүек яҡшы тоҡомло кәзәләрҙән ала, сөнки уларҙың һөтө – иң яҡшыһы, ҡуйы, тәмле, еҫе юҡ.
Әйткәндәй, 2020 һәм 2021 йылдарҙа кооператив Владимир Путиндың "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" дөйөм дәүләт проектына ярашлы, 1,7 миллион һум күләмендә субсидия алған.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан