Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
29 Ноябрь 2021, 05:35

Элек ябыла ине, хәҙер төҙөлә!

Киләһе йыл республикала 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү планлаштырыла.

Элек ябыла ине, хәҙер төҙөлә!Элек ябыла ине, хәҙер төҙөлә!
Элек ябыла ине, хәҙер төҙөлә!

Киләһе йылда республикала 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү – ил башлығы Владимир Путиндың май указдары менән барлыҡҡа килгән «Һаулыҡ һаҡлау»милли проектының төп йүнәлеше. Ул фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мобиль медицина комплекстары төҙөүҙе, шулай уҡ йыл һайын профилактик медицина тикшереүҙәрен ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

Поликлиникаларҙың ресурс базаһын нығытыу өсөн 2021-2025 йылдарҙа яңы объекттар төҙөү, шулай уҡ эш итеү объекттарҙы реконструкциялау һәм ремонтлау планлаштырыла. Программа Башҡортостанда 490 һаулыҡ һаҡлау объекты, шул иҫәптән поликлиникалар, участок дауаханалары, дөйөм практика табибы офистары, табип амбулаториялары, үҙәк район дауаханалары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөүҙе күҙҙә тота.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас