Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2021, 19:00

"Гипнозсы малай" башҡортса һөйләшә

Малайҙың үҙенсәлекле һәләте күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдыра.

"Гипнозсы малай" башҡортса һөйләшә
"Гипнозсы малай" башҡортса һөйләшә

Өфөлә татар яҙыусыһы Рөстәм Ғәлиуллиндың башҡорт телендә "Гипнозсы малай" тигән китабы донъя күрҙе. Тәржемә авторы - Айгиз Баймөхәмәтов, рәссамы  - Альбина Таҡалова. Йыйынтыҡҡа мәктәп йәшендәге балалар өсөн мауыҡтырғыс хикәйәләр  тупланған.

"Рөстәм Ғәлиуллиндың әҫәрҙәре ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә,  - тип билдәләне тәржемә авторы Айгиз Баймөхәмәтов. - Икенсенән, әҙәбиәт һәр саҡ беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ күпере булды.  Рөстәм Ғосман улы әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур көс һалған талантлы яҙыусыларҙың береһе.Рөстәм  Ғосман улы Ғәлиуллин (1987) - билдәле татар прозаигы,  Муса Йәлил  исемендәге Татарстан дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, "Казан утлары" журналының баш мөхәррире.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: