Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
29 Ноябрь 2021, 06:40

Республика студенттары Мәскәүҙә үткән конкурста еңеү яуланы

Мәскәүҙә XV «Мисс һәм Мистер Студент - 2021» Бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Конкурста илдең төрлө төбәктәренән 70-тән ашыу иң яҡшы студент ҡатнашты.

Республика студенттары Мәскәүҙә үткән конкурста еңеү яуланы

Мәскәүҙә XV «Мисс һәм Мистер Студент - 2021» Бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Конкурста илдең төрлө төбәктәренән 70-тән ашыу иң яҡшы студент ҡатнашты. Республикабыҙ исеменән Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Максим Урюпов һәм Башҡорт дәүләт университеты студенты Ләйлә Шәкүрова сығыш яһаны.

Аҙна дауамында «Мисс һәм Мистер Студент» конкурсында ҡатнашыусылар үҙең менән таныштырыу, видеовизитка, эссе яҙыу, ГТО нормаларын тапшырыу, ижади номерҙар кеүек төрлө этаптарҙа ярышты. Шулай уҡ ҡатнашыусылар социаль әһәмиәтле акцияларҙа ҡатнашты.

Конкурста Максим Урюпов «Вице-Мистер Студент-2021» исемен яуланы, ә Ләйлә Шәкүрова «Мисс Грация» номинацияһына лайыҡ булды. Рәсәйҙең иң яҡшы студенттарын бүләкләү тантанаһында «BashBeauty» студияһы директоры Земфира Байдәүләтова ла ҡатнашты.

Рәсәйҙең «Мисс һәм Мистер Студент - 2021» конкурсын ойоштороусылар: Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ; «Рәсәй йәштәр союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы; Мәскәүҙең йәмәғәтселек бәйләнештәре һәм йәштәр сәйәсәте комитеты; Мәскәү политехник университеты.

Конкурс Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы, «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһы, Рәсәйҙең студенттар һәм студент берләшмәләре ассоциацияһы һәм «Мисс Рәсәй» милли матурлыҡ конкурсы булышлығында үткәрелә.

"Башинфрм".

 
Республика студенттары Мәскәүҙә үткән конкурста еңеү яуланы
Республика студенттары Мәскәүҙә үткән конкурста еңеү яуланы
Республика студенттары Мәскәүҙә үткән конкурста еңеү яуланы
Республика студенттары Мәскәүҙә үткән конкурста еңеү яуланы
Автор:
Читайте нас